Өфөлә йәшәүсе Нина Климович Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында элемтәсе булып хеҙмәт итеп, Еңеү көнөн Берлинда ҡаршылай. Немец фашистарының ике йыллыҡ оккупацияһынан ҡасып иҫән ҡалған ветеран һуғыш михнәттәрен бөгөнгөләй хәтерләй. Бөйөк Еңеү байрамы алдынан фронттағы элемтәсе менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Нина Климович 16 йәшлек үҫмер ҡыҙ булған. 1941 йылда Смоленск өлкәһендәге ГоловинО ауылына немецтар һөжүм иткәс ул әсәһе һәм ағаһы менән ике йылға оккупацияға эләгә. Нина Трофимовна бер нисә кеше менән дошмандарҙан ҡасып Ҡыҙыл армия һалдаттарына ҡушыла. Йәштәр төркөмө тиҙ арала хәрби белем үҙләштереп уҡсылар ротаһына элемтәсе итеп ҡабул ителгән.
Һуғыш осоронда элемтәсе булып эшләгән Нина Климович күп тапҡыр немец ғәскәрҙәренең һөжүменә эләгеп хеҙмәттәштәрен юғалтҡан. 1944 йылда Хелм, Варшава ҡалаларын азат итеүҙә күрһәткән хәрби ҡаҙаныштары, Берлинда немец ғәскәрҙәрен юҡ итеү буйынса операцияла күрһәткән батырлығы өсөн ул СССР-ҙың Баш командующийы рәхмәте менән билдәләнгән.
Нина Трофимовна автоматчиктар ротаһы командирына кейәүгә сығып 1945 йылдан һуң тормошон ғаиләһенә, балаларына арнай. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, Климовичтар Өфөлә төпләнә. Әүҙем йәмәғәт тормошо алып барған ханым халыҡ йырҙары ансамле менән Рәсәй конкурстарында призлы урындар яулаған. Әммә 97 йәшен тултырған ветеран тормошомдағы иң ҙур ҡаҙаныш - Еңеү көнөн яҡынайтыуға үҙ өлөшөмдө индереү тип белдерә.
Флорида Ким






