Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостанда офтальмологик ярҙамдың үҫешеүе хаҡында билдәләне

Башҡортостан халҡына ҡайҙа йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, ҙур ҡалала йәки бәләкәй ауылда сифатлы офтальмологик медицина ярҙамы күрһәтелә. 2020 йылдан башлап республикала ҡала һәм район дауаханаларының офтальмология бүлексәләрен техника һәм ҡорамалдар менән йыһазландырыуға, уларҙа ремонт эшләүгә, табиптарҙың квалификацияһын күтәреүгә ҙур иғтибар бүленә.

Төбәк Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуыныса, хәҙер 15 район-ара офтальмология үҙәктәрендә катарактаны алып ташлау һәм яһалма кристаллдар ҡуйыу, глаукомаға операция яһау, күҙ йәрәхәттәре ваҡытында хирургик ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге бар. Шуныһы мөһим: офтальмология профиле буйынса юғары технологиялы медицина ярҙамы ла республика халҡы өсөн уңайлыраҡ була бара. Әгәр былтыр төбәктә күҙгә операцияны Өфөнөң ҡайһы бер медицина учреждениеларында ғына эшләһәләр, быйылдан бындай ярҙамды Ишембайҙа, Малаяҙҙа, Салауатта, Стәрлетамаҡта һәм Сибайҙа ла алырға мөмкин буласаҡ, тип яҙған Башҡортостан Башлығы.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ