Бөгөн Көйәргәҙе районы Яҡшымбәт ауылы эргәһендә «ПАЗ» автобусы түңкәрелгән

Транспорт салонында водителдән тыш, 5 пассажир ултырған. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр теркәлмәгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, «Башавтотранс» предприятиеһы автобусы Күмертау - Баба маршруты буйынса китеп барған булған. Авария мәлендә яғыулыҡ ергә ҡойолмаған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, транспорт сараһы водителе ҡырсынташ юлда идара итеү һәләтен юғалтҡан.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ