Сикләү 30 апрелдән, 15 майға тиклем ғәмәлдә ҡала. Был осорҙа кешеләргә һәм автомобиль транспортына урманға инеү ҡәтғи тыйыла. Махсус тәртип тәү сиратта туристарға һәм һунарсыларға ҡағыла.
Был талап урман тергеҙеү һәм һаҡлау эштәре алып барған ойошмаларға ҡағылмай. Махсус тәртипте боҙоусыларға 60 мең һумғаса штраф һалыныуы йәки 3 йылғаса иркенән мәхрүм ителеү янай. Ойошмалар 600 мең һумға тиклем административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Янғын сыҡҡан осраҡта уның күләме 2 миллион һумға етеүе ихтимал.






