Дәһшәтле һуғыш йылдарының тере шаһиты - Ғәйзулла Әблүзин Баймаҡ районы халҡына яҡшы таныш. Ул йәш быуында илһөйәрлек һәм ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләп мәктәптәрҙә осрашыуҙарҙа, батырлыҡ дәрестәрендә әүҙем ҡатнаша.
Яугир алғы фронт һыҙығына 1944 йылдың ноябрендә эләгә. Көнбайыш Украинаны, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. Ҡаты алыштарҙың береһендә йәш һалдат көслө шартлауға эләгеп, контузия ала. Ике ай госпиталдә ятырға тура килгән.
Артабан Ғәйзулла Мөхәмәт улы йәнә фронтҡа юллана, илебеҙҙе немец илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнаша. Тыуған яҡтарына ла ул тик 1950 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Бөгөн махсус хәрби операция алып барылған биләмәге яңылыҡтар менән дә хәбәрҙар. Сөнки үҙе лә ҡасандыр шул ерҙәрҙә тыныслыҡ урынлаштырыу өсөн көрәшкән.






