Был датаны 1982 йылда билдәле француз балетмейстеры Жан Жорж Новерҙың тыуған көнө уңайынан ЮНЕСКО иғлан итә. Уны балет сәнғәтенә нигеҙ һалыусы тип йөрөтәләр. Башҡортостанда әле халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнгән 6 профессиональ ансамбль иҫәпләнә. Ижади коллективтар яңынан-яңы уңыштары менән тамашасыны ҡыуандырып тора, ти Салауат Юлаев премияһы лауреаты, танылған бейеүсе Риф Ғәбитов.







