Башҡортостанда халыҡҡа машина менән урманға инеү тыйыла

Башҡортостанда халыҡҡа машина менән  урманға инеү тыйыла

Сикләү бөгөндән  15 майға тиклем ғәмәлдә була. Урман хужалығы министры бойороғо донъя күрҙе. Бындай ҡарар юғары янғын хеүефе менән аңлатыла. Сикләү осоронда урманда даими күҙәтеү ойошторола. Тәртипте боҙған өсөн 50 мең һумғаса штраф һалына. Республикала көндәр йылы һәм ҡоро тора. Әле янғынға ҡаршы махсус тәртип ғәмәлдә. Халыҡҡа усаҡ яғыу, сүп-сар һәм ҡоро үлән яндырыу тыйыла.

Фото №1 - Башҡортостанда халыҡҡа машина менән  урманға инеү тыйыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ