Башҡортостанда Донбасс балалары ял итә ала

Республика Башлығы Радий Хәбиров указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан мәктәп уҡыусылары өсөн йәйге һауыҡтырыу лагерҙарында ял ойошторола. Бының өсөн айырым комитет булдырылған. Уны беренсе вице-премьер – Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов етәкләй. Донбастан 2 меңдән ашыу бала Башҡортостанға ялға килер тип көтөлә. Быйыл республикала 1 мең 700-гә яҡын мәктәп, ҡала яны, профилле хеҙмәт лагеры асыла. Унда 500 меңгә яҡын бала ял итә аласаҡ.

Фото №1 - Башҡортостанда Донбасс балалары ял итә ала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ