Бөгөн халыҡ именлеге һағында тороусыларға тиҫтәгә яҡын автомобиль асҡысы тапшырылды. Тантанала хеҙмәт алдынғылары ла билдәләнде. Сара хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Яңы техника янғын һүндереү өсөн тәғәйенләнгән бар кәрәк-яраҡ менән йыһазландырылған. Әбйәлил районынан Йәмил Шаһиев әйтеүенсә, уларҙың бүлексәһе ике тиҫтәгә яҡын ауылды хеҙмәтләндерә, урманлы-таулы зона ла бар. Базала утты күбек менән һүндереү системаһы ла ҡаралған, был эште тиҙләтә, ти Йәмил Йәноҙаҡ улы.
«Урал» автомобиле базаһындағы 4 автоцистерна Әбйәлил, Баймаҡ, Ишембай, Шишмә райондарына оҙатылды. Янғын һүндереүселәр әйтеүенсә, яңы техника һөнәри байрам алдынан ҙур бүләк.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов белдереүенсә, Башҡортостанда янғын һүндереү хеҙмәтенең матди-техник базаһын нығытыуға етди иғтибар бирелә. Йыл һайын ошо маҡсатта 70 миллион һум аҡса бүленә.
Янғын һүндереүселәр әйтеүенсә, улар өсөн ял, байрам тигән төшөнсә юҡ. Эш йыл әйләнәһенә - һәр миҙгелдә лә етерлек. Сатлама һыуыҡтарҙа ут йылытыу ҡоролмаларынан сыға, йәй-урман янғындары. Быйыл ғына 700 урында ҡаулан үлән яныу осрағы теркәлгән.
Янғын һүндереүселәр ҡотҡарыусылар хеҙмәте тураһында һөйләгәндә иң беренсе сиратта халыҡтың хәүефһеҙлеге, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу тора. Әммә был бурысты атҡарыу өсөн һөнәри оҫталыҡ ҡына түгел, заманса төҙөк техника ла талап ителә. Мәҫәлән, ошо катер һыуға батыусыларҙы ҡотҡарыу өсөн тәғәйенләнгән. Уның двигателе 200-ҙән ашыу ат көсөнә эйә.
Яңы һыу транспорты дәүләт заказы буйынса эшләнгән һәм ул илдең 30 төбәгендә генә бар. Катер навигация, радиобәйләнеш, күҙәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Һыу инеү миҙгеле алдынан был ҙур бүләк, ти ҡотҡарыусылар. Техника асҡысы тапшырғандан һуң хеҙмәт алдынғылары билдәләп үтелде. Бүләкләнеүселәр исемлегендә ғүмере буйы халыҡ именлеге һағында торған Вадим Ғилман улы Ихсанов та бар.
Ведомствоның ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса тип аталыуынан ғына ла был хеҙмәттең бар асылын төшөнөргә мөмкин. Бәлә-ҡаза уйламағанда-көтмәгәндә килә. Тап шул ваҡытта беҙ янғын һүндереүселәрҙең, ҡотҡарыусыларҙың ярҙамына мохтажлыҡты, уларҙың эшмәкәрлегенә хәүефһеҙлектең, кеше ғүмеренең бәйле булыуын аңлайбыҙ.
Рәмзиә Кәримова






