«Ҡурайсы малай» фонтаны эргәһендә милли музыка ҡоралынан урғылған көй яңғыраны, үҫмерҙәр флешмоб менән сығыш яһаны. Октябрь проспектында урынлашҡан композиция көндөҙгө сәғәт 2-нән киске 8-гә тиклем эшләй.
Октябрь районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, быйыл майҙанда төҙөкләндереү эштәре планлаштырылған. Реконструкция проектына ярашлы, йыл дауамында скверҙа юл япмаһын алмаштырыу, фонтан төбөн яңыртыу, комплекс янында балалар майҙансыҡтары төҙөү ҡаралған.
Тағы ла бер фонтан баш ҡаланың Орджоникидзе районында асылды. «Дубки» паркында урынлашҡан «Бейеүсе торналар» алдында Ҡала мәҙәниәт йорто артистары сығыш яһаны. Фонтан төнгө сәғәт 12-гә тиклем эшләй. Музыкаль оҙатыу аҫтындағы төҫлө иллюминациялар төнгө сәғәт 10-сы яртыла ҡабыҙылып, 30 минут дауамында ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарын ҡыуандыра.
Ленин майҙанында урынлашҡан «Сәғәт» фонтаны ла бөгөн эшләй башланы. Иртәгә ҡала халҡы яратып өлгөргән «Ҡашҡаҙан» паркындағы йырлаусы фонтанды асыу ҡаралған. Тантана 20 сәғәттә башлана.



