Спорт һәм көс йәки башҡорт бәһлеүәне нисек булырға тейеш? Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылының «Кобра» клубында спорт менән шөғөлләнеүсе үҫмерҙәр менән осрашты. Тулыраҡ киләһе репортажда.
Эльбурс Ниғмәтуллин бер нисә тапҡырс «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» тип табыла. Ул Урал аръяғындағы эш сәфәре барышында, йәш спортсылар менән осрашты, уларға был өлкәлә кәрәкле булған кәңәштәрен бирҙе.
Грэпплинг - заманса спорт. Был алыш төрө менән төрлө йәштәге егеттәр һәм ҡыҙҙар теләп шөғөлләнә. Ата-әсәләр ҙә балаларының теләген хуплап, дәртләндереп торалар.
Ғаяз Шөғөров етәкләгән «Кобра» спорт клубы бер йыл элек эш башлай. Уның тәрбиәләнеүселәре төрлө кимәлдәге яраштарҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Был спорт төрө районда артабан да үҫеренә, билдәле спортсылар сығарырына ышаныс ҙур.
Альбина Байегетова



