Йәрмәкәй районында «Башҡорт яҙы» тип исемләнгән патриотик концерт ойошторолдо

Тамашасыларға Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҡатнашлығында бай концерт программаһы тәҡдим ителде. Сара башланыр алдынан махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарҙың рухи остазы Хәмзә хәҙрәт Хафизов сығыш яһаны. Ул яҡташтарабыҙҙың батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөләрен күрһәтеүен билдәләне. Патриотик концерт Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Хәлит Фәтихов һәм башҡа артистарҙың йыр-моңдары менән үрелеп барҙы.

Бөгөн Йәрмәкәй районында урындағы халыҡ, ауыл хужалығы предприятиелары, учреждениелары һәм ойошмалары етәкселәре көсө менән махсус хәрби оперпация биләмәһенә тиҫтәнән ашыу гуманитар ылау оҙатылған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ