Нефтекама ҡалаһында халыҡ өсөн финанс грамоталыҡ дәрестәре ойошторолдо

Капиталды нисек һаҡларға һәм арттырырға? Нисек мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫкә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар республика халҡы өсөн ойошторолған финанс грамоталыҡ дәрестәрендә яңғыраны. Нефтекама ҡалаһында уҡыусылар, пенсионерҙар, эшҡыуарҙар ҡатнашлығында үткән «Финанстар тураһында һөйләшеү» форумында 2500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Заман шарттарында кеҫә аҡсаһы балалар өсөн бүләк түгел, ә мохтажлыҡ. Транспортта йөрөү, киноға барыу йәки башҡа сығымдар. Белгестәр әйтеүенсә, балаға башланғыс кластан уҡ аҡсаны дөрөҫ тотонорға өйрәтеү мөһим. Бала үҫкән һайын бирелгән аҡса күләме лә арта. Уны аҡыллы тотоноу алымдары менән Башҡорт гимназияһы уҡыусылары ла танышты.

Килем һәм сығым күләмен теркәү - финанс яҡтан грамоталы кешенең алымы. Аҡса иҫәп ярата. Балаларға күпме аҡса тотонолоуын яҙып барыу йәки банктың мобиль ҡушымтаһында күренгән мәғлүмәт менән танышырға өйрәтеү зарур. Осрашыу барышында инвестицияларға ла иғтибар бүленде.

Эшҡыуарлыҡ мәсьәләре буйынса фекер алышыу форумдың икенсе майҙанында барҙы Ҡала йүнселдәре өсөн төрлө банк хеҙмәткәрҙәре - кредит буйынса ташламалар, һалым хеҙмәте вәкилдәре Берҙәм һалым иҫәбе һәм башҡа уңайлыҡтар тураһында һөйләне. Мутлашыусылар темаһы ла ситтә ҡалманы. Форум сиктәрендә йәмғеһе 26 майҙансыҡ эшләне.

Форум сиктәрендә ҡала китапханаһында финанс грамоталыҡҡа арналған мөйөш асылды. «Бай атай - ярлы атай», «Һинең беренсе бизнес» - китапхана кәштәләрендә донъя бестселлерҙары урын алды. Форумда ҡатнашыусыларҙың күп булыуы аҡса иҫәпләргә өйрәнергә теләүселәр артыуын ишараланы.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ