Аграрийҙар көндәр йылы тороуға бәйле, баҫыуға ғәҙәттәгенән ике аҙнаға иртәрәк сығып, бойҙай сәсеүҙе тамамлау алдында. Сиратта борсаҡ һәм техник культуралар. Эш барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.
16 йыл рәттән яҙғы баҫыу эшендә ҡатнашҡан Владимир Самаркин был сәсеү комплексы руле артында дүртенсе йыл. Заманса йыһазладырылған кабинала механизатор эшен еңелләштереүсе ҡоролмалар етерлек. Бер экран бункерҙағы орлоҡ һәм ашлама күләмен, икенсеһе - техниканың төҙөклөгөн, өсөнсөһө - сәселгән ергә ҡабаттан орлоҡ эләкмәһен өсөн йүнәлеште күрһәтә.
Ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн быйылғы сәсеү кампанияһы ябайҙан түгел. Апрель башында Урал аръяғында ҡар яуһа, республиканың төньяҡ-көнсығышында көндәр йылы торған. Шуға күрә ерҙәге дым парға әйләнеп бөтмәҫ борон Дыуан районының «Рассвет» производствоһы баҫыуға 5 апрелдә үк сыҡҡан. Хужалыҡтың дөйөм майҙаны 8 мең 200 гектар.
Ҡышты уңышлы үткәргән арыштың ҡуйы үҫентеләре әйтерһең, йәшел балаҫ. «Рассвет» хужалығында ужым культураларының сифаты яҡшы. Бында гектарынан 35 центнер уңыш йыйып алыу күҙаллана.
Дыуан районы баҫыуҙары 73 мең 900 гектарҙы биләй, майҙандың 59 меңе сәсеү өсөн ҡулланыласаҡ.
Башҡортостан аграрийҙары 650 мең гектар ерҙә ярауай культуралар сәскән, ул дөйөм майҙандың 31 процентын тәшкил итә. Илеш һәм Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтары яҙғы сәсеү кампанияһын тамамлау алдында. Республиканың 17 районы шәкәр сөгөлдөрөн сәсеүгә сыҡҡан. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, татлы тамыр планға ярашлы 41 процент, йәғни 20 мең гектар ерҙә сәселгән.
Әлфинә Килдейәрова






