Унда ҡатнашыусылар «2022-2023 йылдарҙа хәүефһеҙлек өлкәһендәге ҡануниәттәге үҙгәрештәр» мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Ошонда уҡ заманса шәхси һаҡланыу һәм һауыҡтырыу саралары күргәҙмәһе менән дә танышырға мөмкин ине. Яуаплылылғы сикләнгән «Восток-Сервис Башҡортостан» йәмғиәте форумдың тематик программаларға арналған өлөшөндә инновация проектын презентацияланы.
Рәсәй бойондороҡһоҙ профсоюздар лидеры ла үҙ сығышында Башҡортостандың сәнәғәт предприятиеларында хеҙмәтсәндәрҙең фажиғәле үлем осраҡтары кәмеүен билдәләне. Халыҡ-ара хеҙмәт һаҡлау көнө уңайынан төрлө тармаҡтарҙы етәкләүсе профсоюз лидерҙары һәм хәүефһеҙлек өсөн яуаплы белгестәр тәбрикләнде. Хеҙмәтсәндәр хәүефһеҙлеге һағында торған өс тиҫтәнән ашыу белгескә Маҡтау грамоталары, дипломдар тапшырылды.






