Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы техниканы туплаған локомотив менән хәрби кейемдәге хеҙмәткәрҙәр таныштырҙы. Яҡынлашып килгән байрам уңайынан юлға сыҡҡан ретро составты күрергә меңәрләп кеше йыйылды. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар 1945 йылды хәтерләткән паровозды ла күрҙе, патриотик концерт та ҡараны. БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.
Еңеү иҫтәлеге. Өфөнөң тимер юл станцияһына тәүге тапҡыр Еңеү паровозы килде. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ретро техника тағылған составты ҡаршы алырға перронға меңәрләгән кеше йыйылды. Улар хәрби кейемгә кейенгән локомотив хеҙмәткәрҙәре менән фотоға төшөп, һалдат бутҡаһы менән һыйланды, Еңеү көнөнә арналған концерт ҡараны.
9-сы Май хөрмәтенә байрамса биҙәлгән «Лебедянка» паровозының эстәлеге менән балалар ҙа таныша алды. Кескәйҙәр машинистың күмер яғып паровоз йөрөтөү оҫталығы тураһында мәғлүмәт тупланы.
29 апрелдән 5 майға тиклем Куйбышев тимер юлы буйынса үтәсәк «Еңеү паровозы» Өфө, Бөгөлмә, Яр Саллы, Ульяновск, Пенза һәм Һамар станцияларында туҡталасаҡ. Байрам турының дөйөм оҙонлоғо 2,5 мең саҡрымдан ашыу.
Бөйөк байрам уңайынан юлға сыҡҡан локомотив һәр ғаиләгә Еңеү хәтирәһен еткерә. Аяҙ күк йөҙө өсөн ғүмерҙәрен аямаған олатай-өләсәйҙәр, ветерандар, яугирҙар хәтере мәңгелек. Йылдар үтһә лә, Еңеү көнөнөң ҡәҙере һәм әһәмиәте арта ғына.
Флорида Ким






