Шишмә районына эш сәфәре барышында республика етәксеһе Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейы проекты менән танышты. Район үҙәгендә хәрби вертолетҡа һәйкәл асыуҙа һәм асыҡ һауалағы физкультура-һауыҡтырыу комплексында булды. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙмала.
Турахан кәшәнәһенең көмбәҙе таҙартылып элекке хәленә ҡайтарыласаҡ. Белгестәр кәшәнә төҙөлөшөн, 14-се быуаттарҙан бирле нисек беҙҙең көндәргә килеп етеүен тикшерә. Күп серҙәр һаҡлаған тарихи ҡомартҡыны киләсәк быуындарға еткереү буйынса ғилми эш алып барыла. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, кәшәнәлә Турахандың ҡатыны, ике бала һәм бер ир кеше ерләнгән булған. Уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарында Мәскәү ғалимдары уларҙы тикшерергә алып киткән. археологик ҡаҙыныуҙар барышында башҡа ҡәберлектәр ҙә табыла.
Быйыл «Турахан» визит үҙәге төҙөлә башлай. Амфитеатр,кафе, балалар майҙансығы - туристар өсөн ял урыны буласаҡ.
Музей комплексы башҡорт аты үҙәге, этно ауылды үҙ эсенә ала. Шулай уҡ Радий Хәбиров бында шифахана төҙөү проектын ҡараны.
Туристарҙы йәлеп итәсәк урын район үҙәгенән 12 саҡырым алыҫлыҡта, Үрге Тирмә ауылына илткән юл буйында урынлашҡан. Халыҡ-ара «Хәтер баҡсаһы» акцияһы сиктәрендә 1100 ҡайын үҫентеһе ултыртылды. Дүртенсе йыл уҙғарылған акция Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған яугирҙар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашып ғүмерҙәре өҙөлгән яҡташтар иҫтәлегенә арнала.
Акция буйынса быйыл республикала бөтәһе 700 мең ағас ултыртыу күҙаллана. Төбәк етәксеһе махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың яҡындары менән осрашып һөйләште һәм уларға дәүләт ярҙамы буласағын белдерҙе.
Изге эшкә хөкүмәт ағзалары, депутаттар, махсус хәрби операцияла һәм хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, ирекмәндәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, уҡыусылар ҡушылды.
Күкрәгендә йондоҙ балҡыған олпат уҙаман да тыуған яғын йәшелләндереүҙә ҡатнаша.
Хәрби хеҙмәт ветераны, авиация генерал-майоры Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә, Тажикстандағы тыныслыҡ миссияһында һәм Төньяҡ Кавказдағы террорға ҡаршы операцияларҙа ҡатнашыусы. Рәсәйҙең атҡаҙанған хәрби осоусыһы, Рәсәй Геройы - Келәш ауылында тыуған.
Риф Сәхәбетдиновтың Санкт- Петербургтан Башҡортостанға ҡайтыуының тағы бер сәбәбе бар. Шишмә ҡасабаһындағы Еңеү паркында уның Рәсәйҙә, Ҡаҙағстанда хеҙмәт иткәндә һәм Афғанстан, Грузия, Чечен республикаһында һәм башҡа ҡыҙыу нөктәләрҙә хәрби операциялар ваҡытында осҡан Ми-24 К вертолетына һәйкәл асылды.
Радий Хәбиров «Уңайлы ҡала мөхите» проекты буйынса яңыртылыусы парк төҙөлөшө менән танышты һәм асыҡ һауала асылған физкультура-һауыҡтырыу үҙәгендә лә булды.
Рәмилә Исмәғилева




