Был байрамдың тарихы 19-сы быуат уртаһына барып тоташа. Ул ваҡытта эшселәр һигеҙ сәғәтлек эш көнө талап итеп митингҡа сыға. Бөгөн лозунгтар башҡасараҡ, әммә төп мәғәнә шул уҡ - хеҙмәт кешеһе өсөн лайыҡлы шарттар тыуҙырыу. Йылдар дауамында был байрамдың исеме үҙгәреп торһа ла, уның төп мәғәнәһе, асылы шул килеш ҡала.
Дуҫлыҡ һәм хеҙмәт байрамы уңайынан бөгөн баш ҡалала «Өфө - дуҫлыҡ һәм берҙәмлек» милли мәҙәниәттәр фестивале старт ала. Байрам 1 майҙан 4 ноябргә тиклем бер нисә этапта ойошторола. Ошо уңайҙан баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар фестивалдең тәүге этабына «1-се май» мәҙәниәт һәм ял паркына саҡырыла. Байрамда төрлө ижади конкурстар һәм күргәҙмәләр, милли аш-һыу һәм халыҡ кәсептәре йәрминкәләре үт, спорт төрҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыу ҡаралған. Шулай уҡ байрам сиктәрендә паркта фонтан асыу тантанаһы ла үтә.






