Милләт-ара дуҫлыҡты һаҡлау һәм халыҡтарҙың этномәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән сара республикала бишенсе тапҡыр ойошторола. Быйылғы фестиваль айырым әһәмиәткә эйә. Әгәр быға тиклем конкурста тик профессиональ ансамблдәр ҡатнашһа, был юлы үҙешмәкәр коллективтар үҙ көсөн һынай.
Сараның тәүге этабы Өфөнөң «Беренсе май» паркында үтте. Тиҫтәләгән ҡатнашыусы хореография, инструменталь музыка, вокал, фольклор йүнәлештәре буйынса һәләтен күрһәтте. Шулай уҡ ҡунаҡтар өсөн этномода, ҡул эштәре, фотокүргәҙмә, аш-һыу йәрминкәһе һәм милли спорт төрҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре майҙансыҡтары эшләне.
Фестивалдең икенсе этабы йәйгә планлаштырылған. Унда иң яҡшы коллективтар сығыш яһар көтөлә. Гала концерт Халыҡтар берҙәмлеге көнө - 4 ноябрҙә үтә.



