Башҡортостанда Торатауға күтәрелеү өсөн экоһуҡмаҡ эшләй башланы

Оҙонлоғо 400 метрға һуҙылған һуҡмаҡтан туристар, шул иҫәптән мөмкинлектәре сикләнгән граждандар һәм балалар ҙа йөрөй ала. Объект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса 1 майға тиклем төҙөкләндерелергә тейеш ине.

Экоһуҡмаҡ төҙөлөшөндә «Торатау» геопаркына зыян килтермәү төп бурыстарҙың береһе. Тау битләүендә үҫкән 16 төр үҫемлек «Ҡыҙыл Китап»ҡа индерелгән һәм һаҡлауға мохтаж. Экоһуҡмаҡта туристар туҡтап ял итеп алһын өсөн эскәмйәләр ҡуйылды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ