Орден-миҙалдар менән бүләкләнгән ҡаһарман яҡташыбыҙ бер ай элек 97 йәшен билдәләгән. Ветеран менән БЮТ ижади төркөмө осрашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ғаилә архивындағы был кадрҙар биш йыл элек төшөрөлгән. Уны ветерандың ғаиләһе ҡәҙерләп һаҡлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары Алесксандр Долгодворовтың үҫмер сағына тура килә. Белореттағы һөнәрселек училещеһын тамамлап, Магнитогорскийҙа эшләп йөрөгән 17 йәшлек егет атаһынан ҡара ҡағыҙ алғас, военкоматҡа барып фронтҡа ебәреүҙәрен һорай. Александр Григорьевич Мәсәкәү эргәһендәге һауа-десант часенә ебәрелә. Әммә күп тә үтмәй уларҙың часе ашығыс рәүештә тарҡатыла, фронтҡа оҙатылған һалдаттар орудие наводчигы итеп тәғәйенләнә.
Ветерандың күкрәгендә сыңлаған миҙал-ордендар һуғыш йылдарына бәйле хәтирәләрҙе һаҡлай. Александр Григорьевич ике тапҡыр «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены менән бүләкләнгән. Уларҙың береһе ҡаһарман яҡташыбыҙҙы һуғыш тамамалнып, 40 йыл үткәс эҙләп таба. Ветерандың ҡыҙы Вера Александровна атаһының хәрби хеҙмәт юлы һәм батырлыҡтары тураһында архивтарҙа документтарҙы тикшерә башлай, осраҡлы рәүештә генә бүләкләнмәй ҡалған ордены тураһында белеп ҡала.
Еңеү яҙын Александр Долгодворов Чехославакияла ҡаршылай. 1950 йылға тиклем Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итеп, тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Дыуан районында ул тормош иптәшен осратып ғаилә ҡора, төрлө йылдарҙа милицияла, мәктәптә физкультура уҡытыусыһы, электр һәм газ менән иретеп-йәбештереүсе булып та эшләй. Әле 97 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡыҙы менән бер өйҙә, балаларының ҡәҙер-хәрмәтендә йәшәй.
Әлфинә Килдейәрова






