Өфөлә коллективтың ижад кисәһе үтте. 70-се йылдарҙа нигеҙ һалынған ансамбль республика, Рәсәй, халыҡ-ара фестивалдәре лауреаты. Бейеүселәрҙең һәләтен төрлө йылдарҙа Германия, Франция, Польша, Италия, Төркиә һәм башҡа илдәр тамашасылары ла алҡышлаған. Ансамбль репертуарында башҡорт хореографияһы классикаһы, вокал-хореографик композициялар бар. Йәш артистар донъя халыҡтары бейеүҙәрен дә башҡара.



