Белоретта үҫмер ярҙан ҡолап төшкән. Архангел районында ете йәшлек ҡыҙ бата яҙған. Бер бала әлеге ваҡытта реанимацияла. Балалар һыу буйында ҡарауһыҙ уйнап йөрөгән булған. Ҡотҡарыусылар әлегә һыу инеү миҙгеле асылмауы тураһында иҫкәртә. Йылға-күл төптәре лә таҙартылмаған. Шуға күрә Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре рейдтар барышында иртә һыу инә башлауҙың эҙемтәләре тураһында аңлатыу эштәре алып бара. Һыу инеү миҙгелен рәсми асыу 1 июнгә планлаштырылған. Өфө биләмәһендә быйыл 10 пляж йыһазландырылыр тип көтөлә.



