Урындағы хакимиәттең йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты ойошторған сараға Өфө һәм Нуриман райондарында йәшәүселәр ҙә ихлас ҡушылды. 100 һәм 800 метр араға иҫәпләнгән кростан мәктәп уҡыусылары, студенттар ҙа ситтә ҡалманы.
Спорт байрамында көмөш ирекмәндәр ҙә ихлас ҡатнашты. Хаҡлы ялдағылар сәләмәт йәшәү рәүешен тормош девизы итеп алған. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса төрлө йәш категорияларында еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар тапшырылды



