Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 78 йыллығы уңайынан баш ҡалала хәрбиҙәр һәм техника парады уҙа

Парад расчеты составында быйыл тәүге тапҡыр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм диңгеҙ пехотасыларының кадет кластары үтә. Төп саралар Өфөнөң Совет һәм Ленин майҙандарында, Еңеү паркында ойошторола. Шулай уҡ республиканың һәр төбәгендә Бөйөк Еңеүгә арналған тантаналар, ветерандар менән осрашыуҙар ҡаралған. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ Башҡортостанда иғлан ителгән янғынға ҡаршы махсус режим хаҡында һүҙ барҙы. Тулыраҡ, БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова репортажы.

Ҡурған өлкәһендә сыҡҡан урман янғыны кеше ғүмерҙәренә хәүеф менән янай. Әле урында утҡа ҡаршы Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы авиацияһы һәм янғын һүндереү подразделениелары көрәшә. Ауылдарҙы ҡыҙыл әтәстән һаҡлау маҡсатында урындарҙа тәүлек әйләнәһенә дежур ойошторолған. Күрше төбәктәрҙәге аяныс хәл ҡабатланмаһын өсөн Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә республикала индерелгән сикләүҙе едти контролдә тоторға ҡушты

Башҡортостанда 30 апрелдән, 15 майға тиклем янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Был осорҙа кешеләргә һәм автомобиль транспортына урманға инеү ҡәтғи тыйыла. Махсус тәртип тәү сиратта туристарға һәм һунарсыларға ҡағыла. Сикләүҙе инҡар итеүселәргә 60 мең һумғаса штраф һалыныуы йәки 3 йылғаса иркенән мәхрүм ителеү янай.

9 майҙа хәүефһеҙлек маҡсатында ил буйынса «Үлемһеҙ полк» акцияһы уҙғарылмай. Шуға ҡарамаҫтан республиканың һәр төбәгендә Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарын иҫтәлегенә тантаналар үтергә тейеш тине республика башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә. Баш ҡалала ғәҙәттәгесә, Бөйөк Ватан һуғышы осоро һәм заманса хәрби техника парады, «Мәңгелек ут»ҡа сәскә һалыу тантаналары уҙа.

Төбәктә «Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге» программаһы старт алды. Ул өлкән йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнгән. 8 көнгә иҫәпләнгән тур Өфө - Минск - Өфө маршруты буйынса самолет билеттары, туҡланыу, экскурсия программаһын үҙ эсенә ала. Был сәфәрҙәр түләүле, әммә республика уның бер өлөшөн кире ҡайтара. Һәр сәйәхәтсегә 15 мең һум бүлеү ҡарала. Барлығы бюджетҡа 19 миллион һумдан ашыу аҡса һалынған, программаға әле үк ихтияж ҙур

22 апрелдә Башҡортостан «Хәтер баҡсаһы» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Йәшелләндереү сараһы сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары һәм махсус хәрби операция сиктәрендә баш һалған ир-егеттәр иҫтәлегенә ағастар ултыртылды. Шишмә районы Турахан кәшәнәһе эргәһенә 1100 ҡайындан яңы сауҡалыҡ барлыҡҡа килде.

Ҡайын аллеяһын ултыртыуҙа хөкүмәт ағзалары, депутаттар, махсус хәрби операцияла һәм хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, ирекмәндәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, уҡыусылар ҡатнашты.

Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ Башҡоротсанда тәүге тапҡыр уҙасаҡ Халыҡ-ара китап байрамы тураһында һүҙ барҙы. Уны 26-28 майҙа баш ҡаланың Совет майҙанында үткәреү ҡаралған. Күләмле сарала Рәсәй төбәктәре генә түгел, сит илдән дә китап һөйөүселәр ҡатнашырға теләк белдергән. Йәрминкә сиктәрендә баш ҡала урамдары буйлап Китап трамвайы хәрәкәт итәсәк

Лилиә Мәҡсүтова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ