2 майҙан 6-на тиклем Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы «Ҡаршы һыҙат» тип исемләнгән профилактик сара уҙғара. Тәү маҡсат - юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеү һәм иҫкәртеү. Автоһәүәҫкәрҙәргә ҡарата алып барылған иҫкәртеү эше менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра
Краснодарҙан Себергә юл тотҡан водитель М-5 трассаһының Иглин районындағы участкаһында юл инспекторҙары ҡамауына эләкте. Юл хәрәкәтенең ҡаршы һыҙатына сыҡҡан өсөн уға биш мең һум штраф янай. Автоһәүәҫкәр юл билдәһен күрмәнем тип аҡлана.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тарафынан республика буйынса «Ҡаршы һыҙат» тип исемләнгән профилактик сараға старт бирелде. Аҙна дауамында водителдәрҙең машиналарҙы уҙғанда ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәүенә етди иғтибар буласаҡ. Талаптар үтәлмәһә, яуаплылыҡ та ҡаралған.
Йыл башынан ғына ҡаршы һыҙатҡа сығыу буйынса билдәләнгән ҡағиҙәләрҙе боҙоуға бәйле 45 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 18 кеше һәләк булған, 78-е төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Гөлназ Хәйбуллина






