“Еңеү өсөн берләштек!”. Көйөргәҙе мәктәптәре маскировка селтәре үреүҙә ҡатнаша. “Уҡытыусылар, балалар һәм ата-әсәләр был эшкә ихлас ҡушылды. Һәр кем алғы һыҙыҡта алышҡан ир-егеттәргә ярҙам итергә теләй”, - ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов.
Маскировка селтәре үреү өсөн йәшел, ҡуйы йәшел һәм камуфляж төҫөндәге туҡыма кәрәк.







