Республика баш ҡалаһына “Башҡортостан”, “Александр Пушкин” круиз лайнерҙары, шулай уҡ Түбәнге Новгородтан “Мостай Кәрим” теплоходы килде. Ағиҙел йылғаһында Дуҫлыҡ монументы янында сағыу тамаша ойошторолдо. Теплоходта килгән туристар өсөн махсус программа әҙерләнгән. “Ҡунаҡтар Өфө менән таныша, “Торатау” геопаркына сәйәхәт ҡыла”, - ти Рәсәй туроператорҙар союзының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Кинйә Күскилдин.
Теплоходтар ҡатнашлығындағы тамашаны Ағиҙел йылғаһы буйында 14 майға тиклем күҙәтергә була.







