«Берҙәм Рәсәй» партияһы алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыуға заявкаларҙы йомғаҡланы

Бөтәһе 900-ләп кеше һайлап алынған. Уларҙың өстән ике өлөшө ирҙәр, дүрттән бер өлөшө - йәштәр. «Берҙәм Рәсәйҙән» алдан тауыш биреүгә кандидатураларын күрһәтеүселәр араһында студенттар, эшселәр, йорт хужабикәләре, ғәмәлдәге депутаттар һәм башҡа категория граждандар бар. Партия етәкселәре белдереүенсә, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, республикала кандидаттар әүҙемлеге рекордлы күрһәткескә тиң. Артабан ошо уҡ исемлектән быйыл көҙ республика һайлаусылары тауыш бирәсәк кандидаттар һайлап алына.

Барлығы 110 депутат һайланасаҡ. Алдан тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса ла 110 кандидат үтә. Бер урынға 8 кеше дәғүә итә. Был һәйбәт һөҙөмтә.

Константин Толкачёв, «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк бүлексәһе секретарының беренсе урынбаҫары

Киләһе этап 22 майҙан 28-нә тиклем дауам итә. Ул тәүгә тик электрон форматта үтә. Блокчейн технологияһы - тулыһынса һаҡланған тауыш биреү. Республикала йәшәгән һәр кем Дәүләт хеҙмәттәре сайтында теркәлеп тауыш бирә ала.

Руслан Насретдинов, «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк башҡарма комитеты етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ