Өфөлә 14-се «Дебют» йәш вокалистар конкурсының Гала-концерты уҙҙы

Федор Шаляпиндың 150 йыллығына арналған фестивалдә классик репертуар, академик йыр башҡарыу менән мауығыусы, республика район-ҡалалары музыка мәктәптәрендә тәрбиәләнеүсе 5 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашты. Шулай уҡ уларҙы әҙерләгән иң яҡшы уҡытыусылар ҙа асыҡланды.

Сығыштарҙы Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы доценты Людмила Иванова рәйеслегендә абруйлы жюри баһаланы. Еңеүселәр төрлө номианцияларҙа билдәләнде, Гран-при Баҡалы районынан 15 йәшлек Камил Кәлимуллинға тапшырылды.

Мин күберәген Магомаев, Хворостовский мәктәбенә тартылам. Киләсәктә улар кеүек булырға хыялланам. Бөгөн миңә статуэтка бирҙеләр, был минең тормошомдағы тәүге ҙур бүләк. Бик бәхетлемен.

Камил Кәлимуллин, конкурс еңеүсеһе

Конкурста ҡатнашҡан балалар ҙур тәжрибә туплай. Улар йырсы һөнәрен һайлап урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә. Артабан Рәсәй театрҙары һәм тыуған ерҙәрендәге сәхнәләрҙә йырлай.

Людмила Иванова, Рәсәйҙең халыҡ артисы, жюри рәйесе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ