1 майҙа балалар ҡатнашлығында 4 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән

Авариялар башлыса водитель таныҡлыҡһыҙ мототранспортҡа идара иткән үҫмерҙәргә бәйле булыуы билдәле.

Учалыла мопедта хәрәкәт итеүсе үҫмер 14-се модель ВАЗ менән бәрелешә. Авариянан һуң туғыҙынсы класс уҡыусыһы урындағы дауахананың реанимация бүлегенә эләгә. Краснокама районында скутерға идара иткән 15 йәшлек үҫмер автомобилгә төкөһә, Баймаҡ районында төнгө сәғәт өстә ҡыҙ бала атаһының мопеды менән түңкәрелә. Туғыҙынсы класс уҡыусыһы күп һанлы йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Мәләүез районында ла 11 йәшлек пассажирҙың аяғы мотоцикл тәгәрмәсенә эләгә. Руль артында шулай уҡ 11-се класс уҡыусыһы. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы иғтибарҙы көсәйтергә саҡыра. Скутер, мопед йәки мотоцикл - хәүефле транспорт. Балаларҙың юл хәрәкәтендә ҡануниәт талаптарын үтәүенә ата-әсәләре яуаплы.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ