Ейәнсура районында дүрт мәктәп инициатив бюджетлау проекты исемлегенә индерелде

Яңыбай, Үрге Муйнаҡ, Ибрай һәм Арсен ауылдары белем усаҡтары 20-нән ашыу проект менән сығыш яһаны. Программа дәүләт ярҙамы нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла. Балалар мәктәптәрҙә ял итеү, спорт майҙансығы, музей асыу кеүек проекттарҙы яҡланы.

Яңыбай мәктәбендә үҙ проекттарын тәҡдим итеп башланғыстарҙы тормошҡа ашырырға теләгән балаларҙың күҙҙәре яна. Малай-ҡыҙҙар мәктәп киләсәге өсөн файҙа килтерергә тырыша. Берәүҙәр тәнәфестә ял итеү өсөн майҙансыҡ ойошторорға теләһә, икенселәр музейҙы киңәйтеү өҫтөндә эшләй.

Игеҙәктәр Наҙгөл менән Нургөл спорт бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнә, уларҙың проекттары ла сәләмәт тормошто пропагандалай. Мәктәп нигеҙендә яңы спорт майҙансығы булдырыу ҡыҙҙарҙың күптәнге хыялы.

Үрге Муйнаҡ ауылы мәктәбе уҡыусылары проекттар буйынса фекер алышыуҙы саф һауала ойошторған. Ирекмән ҡыҙҙар инициатив бюджетлау проекты буйынса аңлатыу эштәре алып бара, класташтарын һәм башҡа уҡыусыларҙы яңы проекттарға ҡушылырға саҡыра.

Ибрай мәктәбе балалары башлыса спорт менән бәйле проекттар һайлаған. Малай-ҡыҙҙар һәм уҡытыусылар мәктәп нигеҙендә волейбол, футбол, воркаут майҙандары төҙөргә теләк белдерә.

Яңыбай, Үрге Муйнаҡ, Ибрай һәм Арсен ауылдары мәктәптәре 20-нән ашыу проект менән сығыш яһаны. Программаға ярашлы уҡыусыларҙың тәҡдимдәрен ғәмәлгә ашырыу өсөн дәүләт ярҙамы ҡаралған. Шуға ла мәктәп киләсәге өсөн тырышҡан малай-ҡыҙҙар был эшкә етди һәм ҙур яуаплылыҡ менән ҡушылды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ