Башҡортостанда Бухенвальдтағы ихтилалды ойоштороусыларҙың береһе Баҡый Нәзировты иҫкә алалар

Тамуҡтан иҫән-һау ҡотолоусы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Архангел районынан Баҡый Нәзиров аяуһыҙ яуҙарҙың береһендә ҡаты яралана һәм пленға эләгә. Өс йылдан ашыу кешелек өсөн дәһшәтле Бухенвальд концлагерында була. Үлем лагерында 239 мең кеше әсирлектә тотола . Уларҙың 65 меңдән ашыуына түҙеп торғоһоҙ шарттарҙа үлемесле медицина эксперименттары үткәрелгән. Баҡый Ғатаулла улы тыуған еренә ауыр юл үтеп иҫән ҡайтыу бәхетенә ирешә. Ғибрәтле тарих хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан ҡотҡарыу өсөн Архангел районынан алты меңдән ашыу ир-егет фронтҡа юллана. Уларҙың яртыһы әйләнеп ҡайтмай тиңдәшһеҙ яуҙарҙа башын һала. Илебеҙгә еңеү яулаусыларҙың күптәре бөгөн беҙҙең арала юҡ. Әммә азатлыҡ өсөн көрәшеүсе геройҙарҙы яҡташтары онотмай, мәктәп музейҙарында, парктарҙа, скверҙарҙа мәңгеләштерә, урамдарға исемдәрен бирә..

Йәштәр никахтарын теркәгәндән һуң «Еңеү» паркына килеп, илебеҙҙе фашист ҡоллоғонан азат итеүселәргә гөлләмәләр һала.

Ҡадир Зөлҡәрнәев, Архангел ауылының 2-се мәктәбе тарих уҡытыусыһы

Фронтовик яҡташтары хаҡында тарихи факттарҙы мәктәп уҡыусылары башланғыс синыфтан уҡ өйрәнә. Благовещенка ауылы мәктәп музейын ойоштороусы Ҡәфиә Хисмәтуллина райондан сыҡҡан дүрт Советтар Союзы Геройы һәм полковник Баҡый Ғатаулла улы Нәзиров хаҡында бөртөкләп бай мәғлүмәт туплаған. Ауыл муллаһы булған атаһы Ғатаулла Нәзиров тыуған балалары үлеп торғас, улына Баҡый, ғәрәпсәнән тәржемә иткәндә мәңгелек тигән мәғәнәле исем бирә. Полк командиры Баҡый Нәзиров 1941 йылдан һуғышҡа инә, үҙен һәләтле командир итеп таныта. Айырым батырлығы өсөн «Ҡыҙыл Байраҡ» ордены менән бүләкләнә. 1942 йылда ҡамауҙан сыҡҡанда күкрәгенә пуля тейеп ҡаты яралана, пленға эләгә. Лазаретта дуалана, һуңынан карцерҙан ҡасырға ҡарар итә, әммә ул Бухенвальдҡа әләгә. Полковник әсирлектә антифашистик хәрәкәткә ҡушыла.

Восстание 11 апрелдә , көндөҙгө сәғәт өстә ҡарауылсы вышкаларына һөжүмдән башлана. Тотҡондар ойошҡан рәүештә алдан билдәләнгән подразделениелар составында бер-нисә йүнәлештә ҡаруылсыларға атакаға ташлана. Һуңынан комендатураны ҡоралһыҙландырып, түңәрәк оборона тоталар. Шул көндө концлагерға союзниктар инә. Егерме меңдән ашыу кеше, 900 бала тотҡондан ҡотҡарыла, 800 фашист һалдаты ҡоралһыҙландырыла. Әммә тыуған илгә ҡайтыу менән Баҡый Нәзиров оҙаҡ йылдар баш ҡалҡыта алмай, уға хыянатсы мөһөрө һуғыла. Сөнки һуғыш ваҡыты ҡануны буйынса офицерҙар пленға төшмәҫкә тейеш булған.

Бухенвальд концлагеры тотҡондары сәғәт 4-се 15 минутта восстаниеға күтәрелеп еңеү яулай. Хәҙерге ваҡытта ла элекке концлагерь ишектәрендәге сәғәттәр тап ошо ваҡытты күрһәтә. Был хәл иткес ваҡиға 1945 йылдың 11 апрелендә була. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ҡарары нигеҙендә интернациональ восстание еңгән көн Фашист концлагерҙарынан азат итеү көнө тип иғлан ителгән.

Бухенвальд үлем лагерында восстание ойоштороп, меңәрләгән кешеләрҙе фашист тотҡононан ҡотҡарырға булышлыҡ иткән Баҡый Нәзиров хаҡында Благовещенка ауылы халҡы яҡты хәтирәләр һаҡлай. Бөйөк Ватан һуғышының ҡаһарман яугиры исеме менән тыуған ауылы Яңы Шәрәй урамдарын атап, бюст урынлаштырыу теләге менән яна.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ