Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Контроль идаралығы әҙерләгән фотоматериалдарҙа - йыйыштырылмаған юл участкалары, емерелгән кәртә ҡоймалары, зыян күргән туҡталыш пункттары. Башҡортостан юлдары - федераль һәм төбәк юлдары тәртиптә булырға тейеш, - тине Республика Башлығы.
Ҙур транспорт объекттарындағы төҙөлөш барышы тикшерелде. Өфөлә Көнсығышҡа сығыу юлы - тоннелгә инеү урындарының архитектура биҙәлеше күрһәтелде. Төбәк етәксеһе эскиз варианттарын эшләп бөтөргә ҡушты. Әле төҙөүселәр тоннелде быраулауҙы тамамлай. Асфальт һалыу һәм төҙөкләндереү эштәре ҡала.
Күләмле проекттар иҫәбендә - Көньяҡ ҡапҡа ҡоролмалар комплексы. Ул «Кузнецов Затоны» нан «Башҡортостан сәскәләре»биҫтәһе яғына Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөү. Яңы юл участкаһында тикшереү эштәре тамамлана. Объекттың проект документы быйыл йәйгә әҙер булыр тип көтөлә. Радий Хәбиров Пугачев урамын комплекслы төҙөкләндереү кәрәклеген билдәләне. Транспорт сәғәтендә ҡатнашыусылар шулай уҡ Дим биҫтәһенән килгән үткәүел тәңәгәлендә Өфөгә инеү урынын тәртипкә килтереү тураһында фекер алышты.




