Быйыл Башҡортостанда 122 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк

Быйыл Башҡортостанда 122 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк

Улар араһында - парктар, скверҙар, аллея, йәйәүлеләр зонаһы, балалар, уйын майҙансыҡтары һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларға мемориалдар бар. Был турала социаль селтәрҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров яҙған.

Радий Фәрит улы йәмәғыт урындарын төҙөкләндереү федераль программа сиктәрендә тормошҡа ашырылыуын билдәләгән. Ҡала халҡы муниципалиттеттарҙа тәү сиратта ниндәй объекттарҙы тәртипкә килтерергә кәрәклеген үҙе билдәләй. Киләһе йылға яңырытыласаҡ биләмәләр өсөн май аҙағына тиклем 2.gorodsreda.ru. сайтында тауыш бирергә мөмкин. Был юлы тауыш биреүгә 185 объект ҡуйылған. Уларҙы төҙөкләндереүгә сығымдар федераль ҡаҙнанан бүленә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ