Башҡортостандың Күп функциялы үҙәктәрендә хәби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй башланы

Унда Хәрби комиссариат менән медицина хеҙмәткәре консультациялар ойоштора. Был турала БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Көн һайын Башҡортостандың барлыҡ Күп функциялы үҙәктәре офистарына төрлө һорауҙар менән 10 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт итә. Һорау менән файҙаланған үҙәктәрҙең һәр береһендә хәрби хеҙмәткә яҙылыу тәртибе менән таныштырыу маҡсатында консультация алырға мөмкин. Ә майҙың тәүге эш көнөнән алып Күп функциялы үҙәктә контракт төҙөргә теләүселәрҙе Хәрби комиссариат вәкиле менән медицина хеҙмәткәре ҡабул итә.

Күп функциялы үҙәктәрҙә асылған пункттарға мөрәжәғәт итеп, контракт төҙөү тәртибе менән танышҡан ир-егеттәр Өфөләге Башҡортостан Хәрби комиссариатына ебәрелә. Медицина тикшереүен уңышлы үткәндән һуң, хәрби хеҙмәткә алыу буйынса приказ баҫтырыла. Документ донъя күргәндән алып һәр һалдат социаль льгота һәм гарантияларға эйә. Уға Оборона министрлығы иҫәбенә торлаҡ алыу, хәрби бәрелештәр ветераны статусы, кредит һәм һалым каникулдары инә.

Кандидаттың хәл-торошон аңлау өсөн медицина хеҙмәткәре лә эшләй. Ул хәрби хеҙмәткә контракт төҙөүселәрҙә ниндәй хроник ауырыуҙары, аллергия булғанлығын һорай, психологик тест үткәрә.

Айҙар Ғәйетғәлин, Өфөнөң контракт буйынса хәрби хеҙмәткә алыу пункты инструкторы

Бындай пункттар Башҡортостандың 12 Күп функциялы үҙәгендә эшләй башланы. Уларҙың береһе Сибай ҡалаһында урынлашҡан. Бында Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәренә ирекмәндәр ҙә ярҙам итә.

Контракт төҙөргә теләүселәр һорауҙарға яуап алғас, анкета тултыра. Артабан медицина комиссияһын үтеү буйынса мәғлүмәт бирәбеҙ.

Вил Зәйнуллин, ирекмән

Хәрби контракт төҙөргә теләүселәр Октябрьский ҡалаһындаға Күп функциялы үҙәккә лә мөрәжәғәт итә ала. Кортунов урамы, 15-се йортта урынлашҡан офис халыҡты ҡабул итә башланы. Консультациялар Күп функциялы үҙәктең эш графигына ярашлы Ишембайҙа ла ойошторола. Запастағы граждандар, яңы хәрби хеҙмәтен тултырыусылар, шулай уҡ хәрби хеҙмәттә булмаған, әммә юғары йәки урта һөнәри белем алған ир-егеттәр 1, 3 һәм 5 йылға контракт төҙөргә хоҡуҡлы.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ