Баш ҡалала Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Василий Безденежных өсөн хәрби колонна составы үтте

Өфөнөң Киров районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Василий Безденежных өсөн хәрби колонна составы үтте, концерт номерҙары күрһәтелде. 98 йәшлек ветеран йәшәгән йорт ихатаһына кадеттар, йәш армеецтар, ҡала хакимиәте вәкилдәре йыйылды.

Василий Петрович 1924 йылда Благовещен районында тыуа. Мәктәпте тамамалғандан һуң электрик булып эш башлай. 18 йәштә 1942 йылда әрме сафына саҡыртыла һәм Төмән пехота училищеһының офицерҙар курсына ебәрелә. Ләкин уға уҡып бөтөргә яҙмай, егеттәр 55-се гвардия уҡсылар полкына ҡабул ителә. Василий Безденежных Курск дуғаһы, Прохоровка эргәһендәге танк яуҙарында ҡатнашҡан. Ветеран 2-се дәрәжә «Ватан һуғышы» ордены, Георгий Жуков һәм башҡа төрлө миҙалдар менән бүләкләнгән. Минең өсөн иң ҡиммәтлеһе «фронтовик билдәһе», тип билдәләй Василий Петрович.

Еңеү көнө алдынан ветерандар йәшәгән йорт алдында яугирҙарҙы хөрмәтләү парады дауам итәсәк. Василий Безденежных өсөн «Йәшлек» үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы артистары байрам концерты ойошторҙо, һуғыш йылдары йырҙарын башҡарҙы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ