Баш ҡаланың Совет районы хакимиәте, ветерандар ойошмаһы вәкилдәре һәм уҡыусылар, яугирҙың ҡатыны, яҡындары Әй урамындағы йорт эргәһенә йыйылды. Мемориаль таҡтаташты асыуға килеүселәр ветеран хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Григорий Иванович армияға 1940 йылда саҡырылған һәм Черновцы ҡалаһында БТ-26 танк часында уҡсы-радист булып хеҙмәт иткән. 1941 йылдан фронтта 93-сө уҡсылар дивизияһы составында һуғышҡан. Мәскәү, Сталинград эргәһендә, Карпатта, Румынияла, Венгрияла, Чехословакияла барған яуҙарҙа ҡатнашҡан. Ике тапҡыр яраланған һалдат Ватанын Бөйөк Еңеү көнөнә тиклем һаҡлауын дауам иткән. Григорий Соловьев 1-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм II дәрәжә Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән бүләкләнгән.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Стәрлетамаҡ мәҙәни-мәғрифәт училищеһын тамамлаған. Баш ҡаланың “Тимер юлсылар клубы”, “Спутник” һәм “Юбилей” мәҙәниәт һарайында етәксе булған. Өфө дәүләт циркынан хаҡлы ялға киткән, унда директор урынбаҫары булып эшләгән. Былтыр декабрҙә 102-се йәшендә донъя ҡуйған.



