Хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған участка уполномоченныйҙары иҫтәлегенә ағастар ултыртылды.
Тантанала Эске эштәр министры, генерал-майор Александр Прядко, хөкүмәт вәкилдәре, һәләк булған полиция хеҙмәткәрҙәренең яҡындары, Эске эштәр органдары ветерандары ҡатнашты. Киров районының Назар Нәжми бульварында 30 шыршы үҫентеләренән аллея барлыҡҡа килде. Урында уҡ герой исемдәре яҙылған хәтер монументы асылды.
Ағастарҙың һәр береһенә герой исеме бирелгән. Үҫентеләргә беркетелгән яҙыуҙа куар код бар, уның ярҙамында полиция хеҙмәткәренең исеме һәм ҡаһарманлығы тураһында мәғлүмәт бирелгән. Полиция хеҙмәткәрҙәренең яҡындары геройҙарҙы иҫкә алды, йәш үҫентеләр ҙә, уларға бирелгән исем эйәләре кеүек ныҡлы, мөһабәт булып үҫерҙәр тип, аллеяға йышыраҡ килергә ҡарар итте.



