Радий Хәбиров Өфөнөң Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркын реконструкциялау барышы менән танышты

Төҙөкләндереү эштәре «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу» федераль программаһы сиктәрендә бара. Шуныһы мөһим - былтыр ун йәмәғәт биләмәһе араһында тап тарихи үҙәктәге баҡсаны яңыртыу өсөн өфөләр үҙҙәре үк күпселек тауыш биргәйне. Төҙөлөш барышы хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.

«Ал сәскә» скульптураһы урынында юҡ, аҡҡоштар ҙа ваҡытлыса икенсе күлгә күсерелгән. Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында апрелдең тәүге көнөнән демонтажлау эштәре бара. Асфальттың иҫке ҡатламы алынған. Бәләкәй архитектура формаларына нигеҙ һалына. Төҙөлөшкә ҡеүәтле техника йәлеп ителгән.

Парктың дөйөм майҙаны - 3 гектарҙан ашыу. Реконструкция барышында ул тарихи ҡиммәтен һәм тышҡы йөҙөн юғалтмай, заман талаптарына ярашлы үҙгәртелә. Яңы балалар уйын майҙансығы, скейт-парк, асыҡ китапхана, сәхнә төҙөү, йәшел сиҙәм булдырыу ҡаралған, күл янында амфитеатр буласаҡ. Парктың визит карточкаһына әйләнгән «Ал сәскә» композицияһын Аксаковтың ғаиләһен сағылдырған яңы скульптура ҡуйыу алыштыра. Шул уҡ ваҡытта унда ла ал сәскәне күреп буласаҡ. Яҡтыртыу , фонарь уттары - хайран ҡалырлыҡ буласаҡ тип ышандыра төҙөүселәр.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров реконструкция барышында паркҡа инеү урындарының хәүефһеҙлек талаптарына яуап биреүенә айырыуса иғтибар бүлергә ҡушты. Пушкин урамы яғынан 1956 йылғы колонналар менән арканы тергеҙеү бурысы ҡуйылды.

Радий Хәбиров баш ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашҡан йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү эштәре әүҙемләшәсәк тип билдәләне.

Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында эшҡыуарҙар өсөн кибеттәр төҙөләсәк. Шул уҡ ваҡыта йәшелләндереү эштәрен башҡарыу ҡаралған. Реконструкция ҡыҫҡа ваҡытта - сентябрь аҙағына тамамланырға тейеш. Эш барышы республика етәкселеге күҙәтеүендә.

Гөлназ Хәйбуллина

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ