Экспозицияға Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ яҙған хаттар һәм почта карточкалары ҡуйылған. Ил тарихы өсөн дәһшәтле йылдарҙа почта төп элемтә сығанағына әйләнеп, тыл һәм фронт араһында бәйләнеш булдырған көс була.
Тарихи сығанаҡтарға ярашлы, һуғыш осоронда алты миллиардтан ашыу хат тапшырылған. Музейға килеүселәр уҙған быуаттың 40-сы йылдарындағы почта эшмәкәрлеге менән танышып, ул ваҡытта посылка һәм бандеролдәрҙең ниндәй булыуын да күрә ала. Почта музейынан килтерелгән яңы экспонаттар ҙа күп. Күргәҙмә 5 июлгә тиклем эшләй.



