Быйылғы конкурс күренекле шағирә, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Йомабикә Ильясованың ижадына арналды. Һайлап алыу этабында Башҡортостан район-ҡалаларынан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән 130 кеше ҡатнашҡан. Уларҙың 20-һе финалға үтеп, «Аҡъяр» телевидениеһы студияһында телмәр оҫталығын күрһәткән һәм ҙур сәхнәгә саҡырылған.
Ижад байрамында шағирәнең бала саҡ, ғаилә, тыуған ил һәм дәһшәтле һуғыш йылдары тураһында яҙған шиғырҙары яңғыраны. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәргә диплом һәм сертификаттар тапшырылды.



