Башҡортостанда яҙғы сәсеү экваторҙы уҙҙы

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, план 51 процентҡа үтәлгән. Бөгөнгә 1 миллион 84 мең гектарҙа бөртөклө, ҡуҙаҡлы, техник культуралар һәм мал аҙығы сәселгән. Илеш, Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Дүртөйлө, Ауырғазы һәм Әлшәй райондарында план 70-80 процентҡа башҡарылған. «Быйыл сәсеү ике аҙнаға иртәрәк башланды. Ауыл эшселәренә ваҡытында әҙер булғандарына рәхмәт», - тип яҙа Радий Хәбиров.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ