Сара «Торатау» Конгресс-холында үтә. «Атайсал» проекты буйынса шишмә һәм йылғалар таҙартыла, ағастар ултыртыла, мәсет һәм сиркәүҙәр һалына, яңы объекттар булдырыла. Махсус хәрби операция башланғас, халыҡ берләшеп яугирҙәргә ярҙам күрһәтә. «Атайсал» эшҡыуарҙарҙы, етәкселәрҙе һәм ябай кешеләрҙе берләштерә. Ул коллективтағы берҙәмлекте лә нығыта«, — ти проектта ҡатнашыусылар.
Төштән һуң форумдың пленар ултырышы була. Унда «Атайсал — Кесе Ватан» проектында ҡатнашҡандар һәм «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре бүләкләнә. Сара барышын БСТ телеканалында тура эфирҙа ҡарарға мөмкин.






