Ҡәләм һәм штык менән яу яланына. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, бик күп башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙары фронтҡа китә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың 18-е яу яланында батырҙарса башын һала. 30-ына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтып, артабан ижад менән шөғөлләнергә насип була.
Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығы уңайынан, бөгөн Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы «Атайымдың һалдат хаттары» тигән сара ойошторҙо. Осрашыуға фронтовик-яҙыусыларҙың балалары һәм туғандары саҡырылды.
Осрашыуҙа фронтовик-яҙыусылар Хәниф Кәрим, Назар Нәжми, Ғилемдар Рамазанов, Ғәли Ибраһимов, Яҡуп Килмөхәмәтов, Яныбай Хамматов, Хәким Ғиләжевтең балалары һәм туғандары ҡатнашты. Улар яҡын кешеләре тураһында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты, патриотик рух менән һуғарылған ижад емештәрен уҡып ишеттерҙе.



