Башҡортостан Башлығы “Транспорт сәғәте” ултырышында шул турала белдерҙе. Республика аша үткән федераль трассаларҙа бысраҡ ята, юл ситендәге кәртәләр емерелгән, автобус туҡталыштары иҫкергән. Радий Хәбиров яуаплы юл хужалыҡтарына мәсьәләне тиҙ арала хәл итеү бурысын ҡуйҙы.
“Транспорт сәғәте” ултырышында ҙур инфраструктура проекттары үтәлеше ҡаралды. Өфөнән Көнсығыш сығыу юлында тоннель төҙөлөшө тамамлана. Проект 85 процентҡа әҙер. Кузнецов затоны биҫтәһендә Ағиҙел йылғаһы аша күпер һалына. Яңы автомобиль юлына бәйле эҙләнеү эштәре аҙағына яҡынлаша. Документтар йәйгә әҙер була. Быйыл октябрҙә Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы юлында 40 километрлы участокта транспорт хәрәкәте асыла.







