Өфөлә “Яҡташлыҡ көсө” республика форумы башланды

Унда район һәм ҡалаларҙан, илдең башҡа төбәктәренән вәкилдәр ҡатнаша. Әле секция ултырыштары, түңәрәк өҫтәл артында фекер алышыу бара. Майҙансыҡтарҙың береһе махсус хәрби операцияға теләктәшлек белдереү темаһына арнала. Башҡортостан халҡы яҡташ яугирҙәргә даими ярҙам итә. Аҙыҡ-түлек, медицина препараттары, кейем-һалым туплай, маскировка селтәрҙәре үрә, тағылмалы мунсалар эшләй. Балалар һалдаттарҙы дәртләндергән хаттар яҙа, һүрәттәр төшөрә. “Еңеүгә һәр кем өлөш индерә ала. Алғы һыҙыҡта алышҡан ир-егеттәргә терәк булыу беҙҙең изге бурыс”, - ти Хәрби хәрәкәттәр ветерандары төбәк ойошмаһы рәйесе, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Тимерйән Рәжәпов.

Өфөлә “Яҡташлыҡ көсө” республика форумы башланды

“Башҡортостан Донбасҡа һәм яугирҙәргә гуманитар ярҙам ебәреү буйынса илдә лидер булып тора”, - ти Башҡорт батальондарының рухи остазы Хәмзә хәҙрәт Хафизов.

Өфөлә “Яҡташлыҡ көсө” республика форумы башланды

Төштән һуң форумдың пленар ултырышы була. Унда “Атайсал – кесе Ватан” проектында ҡатнашыусылар һәм “Айыҡ ауыл” республика конкурсы еңеүселәре бүләкләнә. Сара барышын БСТ телеканалында тура эфирҙа ҡарарға мөмкин.

Фото №1 - Өфөлә “Яҡташлыҡ көсө” республика форумы башланды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ