Пленар өлөштө Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтә. Төшкә тиклем майҙансыҡтар, түңәрәк өҫтәл ултырышы, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Майҙансыҡтарҙың береһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү темаһына арналды. Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов әйтеүенсә, район халҡы яугирҙәрҙе техника менән тәьмин итеүҙә ҙур әүҙемлек күрһәтә.







