Башҡортостан Башлығы бөгөн Өфөлә үткән “Яҡташлыҡ көсө” форумының пленар ултырышында шулай тип белдерҙе. Республикала “Атайсал” проекты буйынса 4 мең 600-ҙән ашыу эш башҡарылған. Меценаттар 1 миллиард 200 миллион һум аҡса бүлгән. Программаға илдең 20 төбәгендә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа ҡушылған. Радий Хәбиров әйтеүенсә, махсус хәрби операция барғанда төп бурыс яугирҙәргә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. Башҡортостан хәрбиҙәргә 71 гуманитар ылау оҙатҡан.
12 майҙа Башҡортостандан 5-се батальон оҙатыла. Республикала шулай уҡ мотоуҡсылар полкы төҙөлә, тине Радий Хәбиров.
Форумдың пленар өлөшөндә Радий Хәбиров “Атайсал” проектында ҡатнашҡан, изге эштәр башҡарған кешеләрҙе бүләкләне. Меценат Фәрит Ғиндуллин һәм Севастополдә яралы яугирҙәргә ярҙам иткән ирекмән Алина Марьинаға Салауат Юлаев ордены тапшырылды.







