Республика Милли әҙәбиәт музейында ойошторолған осрашыуҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусыларҙың балалары ҡатнашты. Шағир Хәниф Кәрим доброволец булып фронтҡа китә. Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнаша. “9 май беҙҙең ғаилә өсөн иң бөйөк һәм изге байрам. Совет халҡы яулаған Еңеүҙә атайымдың да өлөшө булыуына ғорурланам”, - ти ижадсының ҡыҙы Рәйсә Хәйруллина.
“Минең атайым да яугир! Ул батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө”, - ти яҙыусы Хәким Ғиләжевтың ҡыҙы Гөлнара Ғиләжева.
Милли әҙәбиәт музейында “Мин фронтҡа китәм” күсмә мобиль күргәҙмәһе булдырылған. Ул яугир әҙиптәргә бағышлана.







